«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Албанияла ер тынысһыҙ



22.09.2019 Албанияла ер тынысһыҙ

Кисәге Албанияла ҡат-ҡат ер тетрәгән. Уның көсө 5,8 балл булған.

Афтершоктар серияһы йөҙҙән ашҡан.

Илдең баш ҡалаһы Тирана менән Дуррес порт ҡалаһы ныҡ ҙур зыян күргән. 600-ҙән ашыу йорт төрлө кимәлдә емерелеп, һыу һәм электр энергияһын биреү туҡтатылған. 108 кеше йәрәхәттәр алған. Яңы ер тетрәүенән ҡурҡҡан кешеләр йорттарға ҡайтырға ҡурҡа.

Албанияла ер тетрәүҙәр йыш күҙәтелә.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға