«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Салауат Юлаев» командаһы Көнсығышта - икенсе



22.09.2019 «Салауат Юлаев» командаһы Көнсығышта - икенсе

«Салауат Юлаев» командаһы сираттағы турҙа «Нефтехимик» хоккейсыларын 2:0 иҫәбенә еңеп, миҙгел башланғандан икенсе тапҡыр дәғүәсеһен «ҡоро» иҫәпкә отто.
Голдарҙы Умарк менән Майоров индерҙе. Юлаевсылар үҙендә уҙғарған биш уйындың өсәүһендә өҫтөнлөк итте һәм 11 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһында икенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Конференция лидеры - «Автомобилист» командаһы һигеҙ уйын рәттән еңгәс, туғыҙынсыһында «Спартак»ка отолдо. «Металлург» клубы һаман соҡорҙан сыға алмай йонсой. Улар был юлы «Аҡ барс»ҡа еңелеп, аҫтан икенсе баҫҡыста урын алған.
Көнбайышта «Витязь» хоккейсылары аптыратыуын дауам итә. Улар һигеҙ уйындан һуң 14 мәрәй яулап, турнир таблицаһында беренсе урынды биләй.
Өфөләр киләһе осрашыуҙарын ситтә уҙғарасаҡ. Башта «Спартак» клубында ҡунаҡ булғас, һуңынан СКА-ға юллана ә инде өсөнсө уйынын «Северсталь» уйынсылары менән үткәрә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға