«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй волейболсылары сирекфиналға сыҡты



22.09.2019 Рәсәй волейболсылары сирекфиналға сыҡты

Рәсәй волейболсылары Греция йыйылма командаһын 3:0 (25:16, 25:15, 25:16) иҫәбенә еңеп, Европа беренселегенең сирекфиналына сыҡты.
Улар сирекфиналда чемпионат хужаһы – Словения волейболсылары менән уйнаясаҡ. Чемпионат барышында улар үҙ-ара төркөм бәйгеһендә осрашып, өҫтөнлөк беҙҙекеләр яғында булғайны.
Шулай уҡ Японияла ҡатын-ҡыҙ волейболсылары араһында донъя кубогы өсөн бәйге бара. Бөгөн Рәсәй йыйылма командаһы Сербия һылыуҙарын 3:1 иҫәбенә алдырып, уҙғарған биш осрашыуҙың дүртеһендә еңеү яуланы. Иртәгә улар Аргентина командаһы менән көс һынашасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға