«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Канада башҡорттарынан акция



21.09.2019 Канада башҡорттарынан акция

Ниагара шарлауығы Башҡортостаныбыҙҙың дәүләт флагы төҫтәрен алыуы тураһындағы яңылыҡ киң таралды

Республика көнөндә - 11 октябрҙә үтәсәк акция бушлай үткәрелә, юғиһә ҡайһы берәүҙәр, аҡсаны ҡайҙа тығырға белмәйҙәрме, тип асыуланып та өлгөрҙө.

Шарлауыҡты 15-30 минуттай төрлө саралар уңайынан төрлө төҫтәр менән яҡтыртыу форсаты һәр теләгән кемгә бушлай бирелә. Шарлауыҡтың хакимиәтенә ғариза яҙғас, улар ғәҙәттә барыһына ла фатиха биреп, һыуҙың төҫөн үҙгәртә.

Мәҫәлән, Канадала йәшәүсе татарҙар Татарстан Республикаһы көнө уңайынан 30 август (беҙҙең ваҡыт менән 31 август) шундай уҡ акция ойошторҙо.

Тәбиғәтте һаҡлаусылар, зинһар, борсолмағыҙ: шарлауыҡтың һыуы буялмай! Ни бары ут менән генә яҡтыртыла ))))





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға