«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙгә яҡшы көн талап ителә! Сөнки асфальт кәрәк!



21.09.2019 Беҙгә яҡшы көн талап ителә! Сөнки асфальт кәрәк!

Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдиновтың белдереүенсә, Баттал ауылында 2,5 км юл ремонтлана.

Әбйәлил менән Учалы райондарын тоташтырған юл, ниһайәт, рәтләнә икән, тип ҡыуанабыҙ.

Рәхмәт ауылының тынғыһыҙ депутаты, Күбәләктәр ырыуының ҡор башы Исрафил Йәнсәйетовтың был юлды ремонтлатырға тырышыуы үҙ емешен бирҙе.

Байым ауылы яғында асфальт түшәлә лә башлаған, ә Баттал яғында асфальт һалыуҙы көн торошо яҡшырмаһа, киләһе йылға ҡалдырасаҡтар.

Әлеге ваҡытта Баттал янында Белорет юл ремонт-төҙөлөш идаралығы эшселәре юлды тигеҙләй.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға