«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әбйәлилдә - фотоконкурс



21.09.2019 Әбйәлилдә - фотоконкурс

Әбйәлил районында Халыҡ-ара ололар көнөнә фотоконкурс иғлан ителгән!

Сарала түбәндәге номинациялар бар:
"Опаленные войной"
"Бабушка рядышком с дедушкой"
"Когда мы были молодыми"
"Старость дома не застанет"
"Мои односельчане"
"История в лицах"

Конкурсҡа килгән фотолар район музейында күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ һәм социаль селтәрҙәрҙә лә (район хакимиәте сәхифәһендә) урынлаштырыласаҡ.

Фотографиялар яҡшы сифатлы булырға тейеш! Уларға талаптарҙы ошонда ҡарай алаһығыҙ https://vk.com/02abyalil.

Фотоларҙы "фотоконкурс" тип яҙып, авторын һәм фотола кем һүрәтләнгәнен күрһәтеп, 30 сентябргә тиклем электрон адресҡа һалырға кәрәк: 01.it@bashkortostan.ru. Флешкала район хакимиәтенең 204-се кабинетына ла килтерергә мөмкин (Асҡар ауылы, Ленин урамы, 41).





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға