«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Павлюченко ҡатынына 100 мең долларлыҡ машина бүләк итте



21.09.2019 Павлюченко ҡатынына 100 мең долларлыҡ машина бүләк итте

Рәсәйҙең билдәле футболсыһы Роман Павлюченко ҡатының тыуған көнөнә 100 мең долларлыҡ Audi Q8 автомобилен бүләк итте.
37 йәшлек һөжүмсе ҡатыны менән мәктәптә уҡыған саҡта танышып, 2001 йылда өйләнәләр. Әлеге ваҡытта уларҙың өс балаһы бар.
Павлюченко ҙур спорттан китеп, әлеге мәлдә Мәскәү өлкәһендә футбол һөйөүсәлер лигаһының «Знамя» клубында уйнай. Унда шулай уҡ элекке билдәле футболсы Александр Самедов менән Александр Шешуков та сығыш яһай.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға