«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Өфө» футболсылары бишенсе тапҡыр «Спартак»ты еңде



20.09.2019 «Өфө» футболсылары бишенсе тапҡыр «Спартак»ты еңде

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лигаһының унынсы турын башлап, «Өфө» командаһы үҙ майҙанында билдәле «Спартак» уйынсыларын ҡабул итте.
Осрашыуҙың 13-сө минутында ҡунаҡтар үҙ ҡапҡаһына гол индереүе уйын тамамланғансы һаҡланып ҡалды һәм хужалар өс мәрәй яулап, турнир таблицаһының алтынсы баҫҡысына күтәрелде. Ә инде «Спартак» өсөнсө осрашыу рәттән отолоп, етенсе урынға тәгәрәне.
Ғөмүмән, тарихҡа ҡайтып, үҙ-ара уйындарына килгәндә, улар 12 тапҡыр осрашып, һәр береһе 5-әр тапҡыр еңеп, ике уйында тигеҙ иҫәпкә таралышҡан.
Шулай итеп, Вадим Евсеев тәрбиәләнеүселәре 10 уйындан һуң 14 мәрәй яулап, алтынсы урынға сыҡты. Киләһе осрашыуҙа улар Ҡазанда «Рубин» менән уйнаясаҡ. «Рубин» иһә әлегә ун мәрәй менән унынсы.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға