«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Роналдуны астан ҡотҡарған ҡатын табылды



20.09.2019 Роналдуны астан ҡотҡарған ҡатын табылды

Яңыраҡ данлыҡлы футболсы Криштиану Роналду Бөйөк Британияның бер журналисына ҙур интервью биреп, үҙенең бала сағын һөйләп китте.
Лиссабон футбол академияһында шөғөлләнгәндә, ул кисен тиңдәштәре менән стадион янындағы «Макдоналс»ҡа йөрөр булғандар.
«Кискә табан беҙ ныҡ асыға торғайныҡ. Шуға һәр ваҡыт «Макдоналс»ҡа барып, тамаҡ ялғаныҡ. Унда эшләгән Эдна һәм тағы ике ҡатын беҙҙе гамбургер менән һыйлар ине. Аҙаҡтан мин шул урынға барып, уларҙы һораштырып эҙләнем, әммә «Макдоналс» ябылғас, уларҙы бер кем дә белмәй ине. Әгәр береһен булһа ла таба алһам, бурысымды ҡайтарып, Лиссабондамы йә Туриндамы һыйлар инем».
Һәм шул интервью сығыу менән, ҡатындарҙың береһе табыла. Ул ҡыуанысынан Роналдуға ризалығын белдерҙе. «Мин гел генә балаларыма Роналдуны бала сағында күреп, һыйланым тиһәм, улар көлкөгә һалып, ышанмай торғайнылар. Һәм бына Роналду, үҙе мине ресторанға саҡырҙы».





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға