«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һәр ялтыраған әйбер алтын булмай шул...



20.09.2019 Һәр ялтыраған әйбер алтын булмай шул...

Өфөлә бер ҡатын 60 мең һумлыҡ “алтын” һатып алған.


Һин дә мин фатирында йөрөп ятҡанда, ишек ҡыңғырауына таныш булмаған ир-егеттәр баҫа. Улар үҙҙәрен, төҙөүселәр, тип таныштыра. Имеш, яҡындағы төҙөлөштән боронғо алтын аҡсалар тапҡандар. “Ә алтын икәнен ҡайҙан беләһегеҙ?” “Бына, ювелирҙан тикшерттек. Ышанмайһығыҙмы, әләйһә, һеҙ ҙә беҙҙең менән барығыҙ!”

Ювелир табылдыҡтарҙың ҡиммәтле металл булыуын “раҫлай”. Ҡатын, артабан уйлап та тормай, тәңкәләрҙе “осһоҙ хаҡҡа” һатып алырға ризалаша. Шулай итеп, 39 тәңкәне 60 мең һумға алып ҡала.

Ҡыҫҡаһы, аферистар ҡармағына ҡаба, алданғанын аңлағас, полицияға ғариза яҙа.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға