«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республика Хөкүмәте отставкаға китте



20.09.2019 Республика Хөкүмәте отставкаға китте

Законға ярашлы, Радий Хәбиров рәсми рәүештә вазифаға инеү менән, республика Хөкүмәте отставкаға китте. Бер ай дауамында яңы Хөкүмәттең составы һәм структураһы формалашасаҡ.


Радий Хәбиров вазифаға инеү менән төбәктең үҫеш юлдарын билдәләргә һүҙ биргәйне һәм ул һүҙендә торҙо — 2025 йылға тиклем үҫеш стратегияһы менән таныштырҙы. Әйткәндәй, стратегик план халыҡтың ихтыяжын күҙ уңында тотоп төҙөлгән.

Радий Фәрит улының ҡул ҡуйған тәүге документын тормошҡа ашырыу яңы Хөкүмәттең иңендә буласаҡ. БР Башлығының “Социаль - иҡтисади үҫеше тураһында указ”ы, ил Президентының “май указдары”на ярашлы, “сентябрь указдары” тип аталасаҡ.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: utv.ru



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға