«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡар көтөлә



19.09.2019 Ҡар көтөлә

Метеорология үҙәге хәбәр итеүенсә, бер нисә көндән ҡар яуасаҡ.

Эйе, һеҙ яңылыш уҡыманығыҙ - ял көндәрендә һауа температураһы төнөн 0...+5 градусҡаса төшһә, көндөҙ ни бары +4...+10 градус йылылыҡ буласаҡ.

Шәмбе көнө, 21 сентябрҙә, ямғырҙар көтөлә, йәкшәмбе төньяҡ һәм таулы райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ.

Киләһе аҙнала иһә ҡар ҡатыш ямғырҙар бөтөн республикаға ҡоясаҡ, боҙлауыҡ юл йөрөүҙе ҡатмарлаштырасаҡ.

Көндөҙ температура +1...+6 градус ҡына буласаҡ.



Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға