«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көйһөҙ кейәү



19.09.2019 Көйһөҙ кейәү

Бөгөн, театр төнөндә, Гоголдең "Көйһөҙ кейәүе"н буп-бушлай ҡарарға форсат сығып тора!

Бының өсөн ни бары Стәрлетамаҡҡа ғына бараһы бар!

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының Марат Зөбәйеров, Илфир Баймырҙин, Физалиә Рәхимова, Рафиҡ Хәсәнов, Рәсил Сынбулатов, Айһылыу Фазылова, Илгиз Әкимбәтов, Әлфинур Ғәзимова, Рафиға Ғәлина, Рауил Ғәлин, Револь Ғималов һәм башҡа беренән-бере талантлыраҡ актёрҙары ҡатнашҡан тамаша бик ҡыҙыҡ булмаҡсы!

Тамаша 20 сентябрҙә сәғ. 21:00 башлана.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға