«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » СНИЛС-ты паспортығыҙҙа йөрөтмәгеҙ!



19.09.2019 СНИЛС-ты паспортығыҙҙа йөрөтмәгеҙ!


Енәйәтселәр йоҡламай, абай булығыҙ, дуҫтар!

Финанс эксперттары «СНИЛС-ты паспортығыҙҙа йөрөтмәгеҙ» тип кәңәш бирә.
Эш шунда, енәйәтселәр бер юлы ике документығыҙҙы ҡулдарына төшөргән хәлдә, һеҙҙең исемгә һис бер ҡыйынлыҡһыҙ кредит аласаҡ.
Йәнә ошо ике документ ярҙамында ҙүр булмаған ҡулланыусылар кредитын да, микрозайм да юлларға була, сөнки бындай ғәмәлдәр өсөн үҙегеҙҙең финанс ойошмаһына килеүегеҙ талап ителмәй, документтарҙы күрһәтеү ҙә етә.
Интернеттағы «Кредит алырға теләмәйем» мәғлүмәт каналы ошо хаҡта иҫкәртте.



Автор: Рөстәм Кәрим
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға