«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Машинаға ағас ҡолаған



19.09.2019 Машинаға ағас ҡолаған

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында була был хәл. Көслө елдән машина өҫтөнә ағас ауған.

Кисә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел тип иҫкәртә ине, юҡҡа булмаған икән, ысынлап та, иртәнән алып ел-дауыл ҡотора. Тышҡа сығырлыҡ түгел, осороп алып китер төҫлө. Өфөлә лә елдең ағастарҙы һындырыуы, ҡоймаларҙы емереүе, баннерҙарҙы алып ташлауы хаҡында хәбәр итәләр. Баймаҡ ҡалаһынан айырмалы рәүештә, кешеләрҙең һәм автомобилдәрҙең зыян күреүе хаҡында мәғлүмәт юҡ әлегә.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Т. АМАНОВ фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға