«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Башлыҡ мәҙәни үҫешкә оло иғтибар бүлер, тип ышанам"



19.09.2019 "Башлыҡ мәҙәни үҫешкә оло иғтибар бүлер, тип ышанам"

Асҡар АБДРАЗАҠОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара опера сәнғәте фестивалдәре еңеүсеһе:


—Минеңсә, мәҙәниәт — ул милләтте ойоштороусы һәм туплаусы көс булып тора. Мәҙәниәт халыҡтың нисек йәшәүен билдәләүсе мөһим усаҡ та. Уның нисек дөрләүенән халыҡ күңеленең торошон баһаларға мөмкин. Әлбиттә, социаль программа ла үтә мөһим, шул уҡ ваҡытта мәҙәниәтһеҙ ҙә булмай. Радий Фәрит улы был хаҡта яҡшы аңлай һәм мәҙәни үҫешкә оло иғтибар бүлер, тип ышанам.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға