«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәүлит Ямалетдин: Радий Фәрит улын оло вазифа менән, ә республика халҡын яңы Башлыҡ менән ҡайнар ҡотлайым!



19.09.2019 Мәүлит Ямалетдин: Радий Фәрит улын оло вазифа менән, ә республика халҡын яңы Башлыҡ менән ҡайнар ҡотлайым!

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы тарихында тулҡынландырғыс ваҡиға - республикабыҙ Башлығының инаугурацияһы, йәғни, үҙ вазифаһына инеү тантанаһы булды.

Был көндө яңы Башлыҡтың миллионлаған һайлаусылары уға ҙур өмөттәр бағлап, яҡты ышаныс тойғоларынан йөрәкһеп көтөп алды. Ысынлап та, Радий Фәрит улының ҡыҫҡа, ләкин бик мәғәнәле, төплө сығышы киләсәккә өмөт һәм яҡты инаныс менән ҡарарға нигеҙ бирә.

Был ҡатмарлы заманда Радий Хәбировҡа ышаныс күрһәткән күп милләтле Башҡортостан халҡының ҡыуаныслы үҙгәрештәргә, тормоштоң көндән-көн яҡшыра барыуына өмөтләнергә тулы хоҡуғы бар.

Барыбыҙ бер төптән булып, бер теләк-ынтылыштар менән йәшәһәк, хыялдарҙың тормошҡа ашасағына иманым камил!

Радий Фәрит улын оло вазифа менән, ә республика халҡын яңы Башлыҡ менән ҡайнар ҡотлап Мәүлит Ямалетдин.





Автор: М. Ямалетдинов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға