«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "112-се Башҡорт кавдивизияһы һуғышҡан ерҙә Хәтер вахтаһы башланды"



19.09.2019 "112-се Башҡорт кавдивизияһы һуғышҡан ерҙә Хәтер вахтаһы башланды"

тип хәбәр итә беҙгә милләттәшебеҙ, отставкалағы подполковник, яҙыусы һәм йәмәғәтсе, Дондағы Ростовта йәшәгән Мәхмүт Бакиров. Ул беҙгә түбәндәгеләрҙе хәбәр итте:

- 2019 йылдың 18 сентябрендә Ростов өлкәһенең Обливский районында "Төбәк-ара хәтер Вахтаһы" үҙ эшен башланы. Тап ошо ерҙәрҙә, атап әйткәндә Обливская станицаһы янында 1942 йылдың ноябрь-декабрендә 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы алыштарҙа ҡатнашҡан һәм ҙур юғалтыуҙар кисергән.

Вахта Деев хуторы янындағы туғандар ҡәберлегендәге яңыртылған һәйкәл янында асылды. Әйткәндәй, был төбәк башҡорт халҡының шағиры Рәми Ғариповты хәтерләй. Ул 16 йәшендә 1948 йылда класташтары менән атайҙарының, туғандарының ҡәберҙәрен эҙләгән.

Әлеге "Төбәк-ара хәтер Вахтаһы"нда ҡатнашыусылар 8-се кавалерия корпусы һуғышҡан урындарҙа эҙләнәсәк. Отрядтар Рәсәйҙең атом элетр станцияларынан, Ростов һәм Волгоград өлкәләренән килгән. Башҡортостандан унда Көйөргәҙе районынан Салауат Мәхмүт улы Һатыбаев етәкселегендә экспедиция ҡатнаша.

Былтырғы вахта мәлендә 41 яугирҙың ҡалдыҡтары табылып ерләнгән. Быйылғыһы ла шулай һөҙөмтле булыр тип ышанабыҙ.










Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға