«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Локомотив» командаһы 2,7 миллион евроға байыны



19.09.2019 «Локомотив» командаһы 2,7 миллион евроға байыны

Футбол буйынса Чемпиондар лигаһында старт алған «Зенит» менән «Локомотив» командалары ситтәге уйындарын уңышлы башланы.
Тәүгеһе Францияла урындағы «Лион» клубы менән 1:1 иҫәбенә таралышһа, «Локомотив» иһә Германияла билдәле «Байер» уйынсыларын 2:1 иҫәбенә еңеп ҡайтты. Улар 2002 йылдан бирле ситтә дәғүәсеһен отҡаны булмай. Тимер юлсылар ошо һөҙөмтәһенән һуң үҙ төркөмөн етәкләп, УЕФА-нан 2,7 миллион евро менән баһаланасаҡ. Сөнки һәр еңгән өсөн команда ошо сумма менән бүләкләнә.
Киләһе осрашыуын «Локомотив» клубы үҙендә «Атлетико» командаһын ҡабул итһә, «Зенит» футболсылары «Бенфика»ға һынау тотасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға