«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Прокатта - "Һеңлекәш"



19.09.2019 Прокатта - "Һеңлекәш"

Бөгөн, 19 сентябрь, Рәсәй прокатына Александр Галибиндың "Һеңлекәш" фильмы сыға. Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса төшөрөлгән фильм әҙиптең 100 йыллығына арналған.

Фильмды Белорет районы Яңы Хәсән ауылы янында махсус рәүештә төҙөлгән декоратив ауылда төшөргәндәр. Оксана ролен Марта Тимофеева башҡарһа, Йәмилде Өфөнән Арыҫлан Ҡарасурин уйнай. Талантлы, алсаҡ Арыҫланды "Тамыр" студияһы тапшырыуҙары аша күптәр таный, ярата.

Фильм - башҡорт телендә.

Мәскәүҙә фильмды ябыҡ "показ"да ҡараған яҡташтарыбыҙ, күҙ йәшен тыя алманыҡ, шул тиклем матур төшөрөлгән, тип "Һеңлекәш"те маҡтай.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға