«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кемгә ышанырға: сит ил студентына әллә фәхишәгәме?



18.09.2019 Кемгә ышанырға: сит ил студентына әллә фәхишәгәме?

24 йәшлек Нигерия егете Айо Осиа көсләүҙә һәм талауҙа ғәйепләнеп, бына инде 8 ай Өфөнөң тикшереү изоляторҙарының береһендә ултыра. Африка егетен яҡлап, бер төркөм студенттар клип төшөргән. Ул “Freedom” йәғни “Азатлыҡ” тип атала. Эль Шансино һәм Селестин Жульендың йырлауына ҡарағанда енәйәт эшендә бер ниндәй ҙә дәлил юҡ, ул фальсификацияланған.


Тикшереү версияһы буйынса, 2018 йылдың 31 декабрендә Айо 41 йәшлек фәхишәлек менән шөғөлләнеүсе ҡатын менән интернетта таныша. Уның фатирына килә һәм бысаҡ менән ҡурҡытып көсләй, 5 мең аҡсаһын һәм 4 кеҫә телефонын талай. Зыян күреүсе еңел холоҡло ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә.

Айо енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен танымай. Киләһе суд ултырышы сентябрь аҙағына билдәләнгән.

Әйткәндәй, был эш буйынса "Пусть говорят" тапшырыуын төшөргәндәр, тик уны Алыҫ Көнсығышта ғына күрһәткәндәр, ә илдең үҙәк һәм көнбайыш өлөштәре өсөн был көн икенсе тапшырыу ҡуйылған. Бында фәхишә Мария, клиенттарҙы төрмәгә ултыртыу буйынса тәжрибәм бар, тип һөйләй. Был ҡатын үҙәк телевидениелағы шау-шыулы тапшырыуҙарҙың даими героиняһы икән.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға