«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Маэстроға - Салауат Юлаев ордены



18.09.2019 Маэстроға - Салауат Юлаев ордены

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күренекле скрипкасы һәм дирижер, СССР-ҙың һәм БР-ҙың халыҡ артисы Владимир Спиваковты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Бүләкләү тантанаһы Владимир Спиваковтың IV Халыҡ-ара фестивален асыу барышында үтте.


Республика етәксеһе маэстроны 75 йәшлек юбилейы менән дә ҡотланы.

«Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ижади оҙон ғүмерлелек теләйем, Һеҙҙең музыкаль даһилығығыҙ тағы ла күп йылдар музыка сәнғәтен һөйөүселәрҙе ҡыуандырһын. Хөрмәтле Владимир Теодорович, йәштәр хаҡында хәстәрлек күреүегеҙ, йәш таланттарҙы табып, уларҙан донъя кимәлендәге йондоҙ яһауығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт», — тине Радий Хәбиров.

«Салауат Юлаев ордены йондоҙ билдәһен йөрөтә. Ошо йондоҙ һеҙҙе һәр ваҡыт тыуған республикағыҙға саҡырып торһон. Һеҙҙең булғанығыҙ өсөн бәхетлебеҙ һәм шуның өсөн Һеҙгә рәхмәт!», — тине Радий Хәбиров.

Концерттан һуң Владимир Спиваков һиңә иғтибар итәләр, рәсми рәүештә таныйҙар икән, бының һәр ваҡыт ҡыуаныслы булыуын әйтте.

«Мине бында яратҡандарын беләм. Ырымбурҙан машина менән килгәндә мине бөтәһе лә таныны, ҡосаҡланы, минең менән фотоға төштө, автограф һораны. Мине танығандары өсөн шатмын, — тине Владимир Спиваков. — Ә иң мөһиме, бында иҫ киткес таланттар йәшәй», - тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.






Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға