«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә - яңы арт-объект



18.09.2019 Өфөлә - яңы арт-объект

“Планета” сауҙа үҙәгенең алдында яңы һәйкәл урынлаштырылды. Такси туҡтатып торған ҡыҙҙың һыны быяла пластиктан яһалған һәм бронза төҫөндәге буяу менән ялатылған.


“Яңы скульптура тиҙерәк ҡайтып етергә һәм һатып алған бихисап кейемдәрен кейеп ҡарарға ҡабаланған замана ҡыҙҙарының йыйылма образы. Иң ауыры елгә таралған сәстәрҙе яһау булды”, — тип һөйләй скульптураның авторы Хәлит Ғәлиуллин.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға