«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ни өсөн көн дә алма ашарға кәрәк?



18.09.2019 Ни өсөн көн дә алма ашарға кәрәк?

Көнөнә ике генә алма ашау ҙа ҡан системаһын 10 – 25 процентҡа холестерин күҙәнәктәренән таҙартырға ярҙам итә.


*Италия ғалимдары алманың организмдың ҡан системаһына йоғонтоһон өйрәнеү маҡсатында тикшереүҙәр үткәргән. Һөҙөмтәлә даими рәүештә алма ашау ҡан тамырҙарына рак күҙәнәктәрен үтеп инеүҙән һаҡларға булышлыҡ итеүе асыҡланған.


*Яңы һығылған алма һуты нервыларҙы тынысландыра, шуға күрә стрестан һуң уны эсергә кәңәш ителә. Әйткәндәй, медиктар фекеренсә, таҙа алма һуты ата-әсәһенә йоҡо бирмәй бер туҡтауһыҙ илаған баланы тынысландырырға һәләтле.


*Алмала күҙәнәклек менән пектин бар, уны көн һайын ашағанда ашҡаҙан-эсәк тракты һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы менән бер ниндәй ҙә проблема булмаҫ.


*Алма майҙы кәметә, тимәк, кемдәр кәүҙә ауырлығын кәметергә теләй, уларға мотлаҡ алма ашарға кәрәк. Өҫтәүенә, май ҡатламдарының кәмеүе ҡан тамырҙарының торошона һәм сәләмәтлегенә лә ыңғай йоғонто яһай.


*Алма һыуһынды ҡандыра һәм аппетитты күтәрә. Диетологтар: «Ашағың килһә – алма аша, уны ашағың килмәһә – ашағың килмәй», – тиҙәр. Уларҙың был кәңәшен тотоу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ. Мәҫәлән, диетала ултырған кеше ашағыһы килгәндә бер алма ашаһа, асығыу тойғоһо үтер, йә булмаһа бер алманан һуң артыҡ күп ашай алмаҫ.


*Алманы һыуытҡыста түгел, ә кухняла һаҡларға кәрәк. Сөнки кухняла ятҡанда йәшел әсе алма бер нисә көндә өлгөрөп, әселеге бөтөп татлыраҡ булып ҡалыр.


*Алма ярҙамында тештәге үңәҙҙән (налет) һәм ауыҙҙағы насар еҫтән ҡотолорға мөмкин. Сөнки унда ауыҙҙағы микроорганизмдар менән реакцияға инеп, уларҙы юҡҡа сығара һәм бактерияларҙың таралыуына юл ҡуймаусы кислоталар бар.


*Алма тәбиғи антиоксидант булып тора. Көн һайын ашау тиренең һәм сәстең торошона ыңғай йоғонто яһай.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға