«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » СССР халҡы һөйөүен яулаған актриса ялға китте



18.09.2019 СССР халҡы һөйөүен яулаған актриса ялға китте

СССР, һуңынан Рәсәй халҡы яратып ҡараған «Богатые тоже плачут», «Дикая Роза» сериалы «йондоҙо» Вероника Кастро карьераһына нөктә ҡуйырға булды.
66 йәшлек Мексика актрисаһы кинонан күптән китәсәген белдерһә лә, былтыр һуңғы тапҡыр сираттағы сериалда төшөп, хәҙер ялға китәсәген белдергән.
Ул 1971 йылдан кинола уйнап, 53 йыл гүмерен уға бағышлай.
«Богатые тоже плачут» сериалының премьераһы үҙәк телевиденияһында 1991 йылдың 18 ноябрендә була. Тик күпмелер серияһын күрһәткәндән һуң, телевизор ҡараусылар яғынан һөйөү булмаҫ тип, туҡтаталар. Әммә халыҡтың һорауына буйынса уны ҡабатан ҡуялар һәм был сериал 1992 йылдың 26 ноябренә тиклем сериал ҡараусыларҙы ҡыуандыра.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға