«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һаҡ булығыҙ! Көслө дауыл килә!



18.09.2019 Һаҡ булығыҙ! Көслө дауыл килә!

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө дауыл ҡубасағы тураһында иҫкәртә.

Тәүлек әйләнәһенә - бөгөн киске сәғәт 8-ҙән алып иртәгә, киске сәғәт 8-гә тиклем республикала болотло һауа торошо күҙаллана. Төндә бер аҙ ямғыр яуасаҡ, көндөҙ ул көсәйәсәк, айырым райондарҙа көслө яуым-төшөм көтөлә, йәшенләп тә яуасаҡ.

Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫәсәк. Иртәнсәк һәм көндөҙ секундына ул 21-26 метрға тиклем көсәйәсәк. Төндә һауа температураһы +4,+9 градус тәшкил итеп, көндөҙ +10,+15 градусҡаса йылытасаҡ.

Автомобиль юлдарында ямғыр мәлендә күрер мөмкинлеге 500 метрҙан алып 1000 метрға ҡәҙәр сикләнәсәк.

19 сентябрҙә һаҡ булығыҙ! Бофорт шкалаһы буйынса, әгәр елдең тиҙлеге секундына 21-24 метрға етһә, был "көслө дауыл" тип атала. Ҡыйыҡ-торбаларға зыян килеүе, еңел биналар емерелеүе мөмкин. Ә бына ел секундына 24-28 метрға етһә, был "тулы дауыл" тип исемләнә. Ул ағастарҙы төбө-тамыры менән йолҡоп алырға һәләтле.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com
Источник: ИА "Башинформ"



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға