«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һәмәндәр "Китаптарҙа данланған картуф"ты байрам итте



18.09.2019 Һәмәндәр "Китаптарҙа данланған картуф"ты байрам итте

Баймаҡ районының Билал ауылы китапханасыһы Райхана БУЛАТОВА хәбәр итә:

- Һуңғы арала ауыл халҡының эшен туҡтатып ямғыр яуа. Кемдер бесән бөтмәгән, кемдер картуф ала башлаған - ямғыр шыпылдап, барыһын та тымыҙҙы. Шул арала "берәй сара үткәрәйек" тип ауыл халҡын мин тартҡыслайым. Кисә бына иртә менән яуа башлаған ямғырға ла, алынмаған картуфҡа ла ҡарап тормай халыҡ байрамға йыйылды.

Һәмән ауылында "Китаптарҙа данланған картуф" сараһына килеүселәр араһында картуф тураһында шиғыр һөйләүселәр, таҡмаҡ йырлаусылар, әҙәбиәттә данланған китаптар тураһында һөйләүселәр ҙә етерлек булды. Мәғариф ветераны Ишһылыу Йомағужа ҡыҙы Әминева картуфтың тарихы тураһында һөйләне. Фәриҙә инәй Асҡарова икенсе икмәк тураһында таҡмаҡтар сығарып йырланы, тыл ветерандары Мәхмүҙә инәй Асҡарова, Зөһрә инәй Әминева һуғыш йылдарын иҫкә алып, картуф шул ваҡыттан аслыҡтан ҡотҡарыусы булды тип хәтирәләргә бирелде.

Һәмәндең уңған ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән өҫтәлдә нимәләр генә юҡ! Барыһы ла картуфтан әҙерләнгән. Ҡоймаҡ эсенә һалынған картуф, бөйөрөктәр, төйөп, утҡа тәгәрәтеп, духовкала, табала ҡурылған картуф! Рәхмәт һеҙгә, Айгөл Сафина, Фәһимә Һибәтуллина, Нурзиә Йәнгилдина, Сәғилә Ғайсина, Рәйлә Кинйәбулатова, Тәнзилә Мырҙина, Гүзәл Тансыҡҡужина - тәмле аш-һыуығыҙға, Әлфиә Һибәтуллина, Фатима Ғайсина - төрлө ҡул эштәрегеҙгә, Альбина Йәнгилдина - картуфтан эшләнгән уйынсыҡтар өсөн.

Байрамда ҡатнашыусы "Атайсал" гәзите хәбәрселәре Гөлдәр Ҡадаева, Розалия Теүәлбаева, ауыл хакимиәте башлығы Илдар Саптаров халыҡтың төрлө һорауҙарына яуап бирҙе.












Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға