«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәйбуллалағы ике инәйҙе Владимир Путин ҡотлаған



18.09.2019 Хәйбуллалағы ике инәйҙе Владимир Путин ҡотлаған

Ошо көндәрҙә райондың ике ағинәйенә 90 йәш тулды һәм уларға Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндан ҡотлау открыткалары тапшырылды.

Баҡал ауылында йәшәгән Мөслимә Әхмәтвәли ҡыҙы Боҫҡонова ире Шәғәли менән һигеҙ бала үҫтереп, ғүмере буйы "Таналыҡ" совхозында эшләгән. Ғаиләләре ауылда һәр ваҡыт өлгөлө тип һаналған.

Әле лә инәйҙең, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, хәтере яҡшы, аҡыл-зиһене лә йәштәрҙеке кеүек. Район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, Таналыҡ ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Сөләймәнов, биләмә ветерандарының беренсел ойошмаһы рәйесе Әмирхан Салауатов юбилярҙы ҡотлап, Владимир Путиндың һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимовтың ҡотлау открыткаларын һәм бүләк тапшырҙы.

Садовый ауылында өлкән ҡыҙы менән йәшәүсе Рәйсә Нурислам ҡыҙы Яратҡолова ла үҙенең 90 йәшен балалары һәм туғандары янында ҡаршыланы. Уны ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Эльдар Буранбаев ҡотланы.






Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com
Источник: ВК "Администрация Хайбуллинского района" төркөмө


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға