«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 74 йәшендә бала тапҡан әбей ҙә, уның 80 йәшлек бабайы ла ауыр хәлдә



17.09.2019 74 йәшендә бала тапҡан әбей ҙә, уның 80 йәшлек бабайы ла ауыр хәлдә

Һиндостандың Андхра-Прадеш штатында йәшәүсе 74 йәшлек Эрраматти Мангаямма ЭКО ярҙамында ике кыҙ бала тапҡан.

Эрраматти Мангаямма менән уның 80 йәшлек ире Рая Рао 1962 йылда өйләнешкән булған. Әммә 57 йыл йәшәп, балалары булмаған. Һәм балаһыҙ пар ЭКО эшләтергә ҡарар иткән.

Тәүҙә сабыйҙар ҙа, йәш әсәй ҙә үҙҙәрен яҡшы тойған, әммә һуңынан хәл киҫкенләшкән. ЭКО процедураһы өсөн яуаплы булған табип әйтеүенсә, унан Эрраматтиҙың ысын йәшен йәшергәндәр. 60 йәш тип алдағандар. Әммә һуң булған, 74 йәшлек әбей ул ваҡытта йөклө булып сыҡҡан.

Эрраматти интенсив терапия бүлегендә йәшәү өсөн көрәшкәндә, иренең йөрәге тотҡан. Бабай ҙа әле дауаханала ята.



Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Матбугат.ру сайтынан



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға