«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли проект буйынса Өфөлә юл ремонтлана



18.09.2019 Милли проект буйынса Өфөлә юл ремонтлана

"Комстрой" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баш ҡаланың Октябрь проспектына йәнәшә һалынған юлды - Бер туған Кадомцевтар урамынан алып Галле ҡалаһы урамына тиклем 400 метрлыҡ өлөштө ремонтлауға тотондо. Эштәр 30 сентябргә тиклем тамамланырға тейеш.

Юлсылар иҫке асфальтты сисеп, яңыһын түшәйәсәк, бордюрзарын алмаштырасаҡ. Шулай уҡ тротуарҙар төҙөкләндереләсәк. Эш башында һәм асфальтты һыҙырған мәлдә хәрәкәт яртылаш сикләнәсәк, яңыһын түшәгәндә юл тулыһынса ябыласаҡ.

Эштәр "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты буйынса башҡарыла. Йылы миҙгел тамамланғансы Өфөлә урамдарҙың дөйөм оҙонлоғо 47 саҡрымдан ашҡан 28 өлөшө төҙөкләндереләсәк. Бөгөнгә 18 объект ҡабул ителгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға