«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Матур тамашалар көтөлә



17.09.2019 Матур тамашалар көтөлә

"Башҡортомдоң хазинаһы - йырлы, моңло Сибайым!" тип аталған сара Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк.

Иртәгә, йәғни 18 сентябрь, Өфөлә Сибай артистары концерт ҡуясаҡ. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар тамашанан рәхәтләнеп күңел асып ҡайтасағына иманыбыҙ камил.

Ә инде 20 сентябрҙә, киске сәғәт алтыла, Милли йәштәр театрында Театр төнө айҡанлы артистарҙың ҡул эштәренең күргәҙмәһе асыла. Матур ҡул эштәре менән һоҡланып ҡына ҡалмай, уларҙы һатып алырға ла мөмкинлек буласаҡ.

Әйткәндәй, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының 30-сы ижади миҙгеле 24 сентябрҙә асыла!








Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға