«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостандың халыҡ артисы Марс Сәфиуллин мәрхүм булған



17.09.2019 Башҡортостандың халыҡ артисы Марс Сәфиуллин мәрхүм булған

Мәҙәниәтебеҙ ауыр юғалтыу кисерҙе: БР халыҡ артисы, танылған бейеүсе һәм хореограф Марс Сәфиуллин 68-се йәшендә арабыҙҙан китте.

Марс Ғәлим улы Сәфиуллин 1952 йылда Башҡортостандың Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында тыуған. Бейергә яратҡан егет тәүҙә Стәрлетамаҡта мәҙәниәт техникумында уҡый. Әрме хеҙмәтенән һуң ул Бишбүләк район мәҙәниәт йортонда балаларға һәм йәштәргә бейеү серҙәрен өйрәтә. 1973 йылда Башҡортостан үҙешмәкәр коллективтары смотрынан һуң уны Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленә саҡыралар.
1991 йылдан — Өфө «Нур» татар театрының бейеү буйынса репетиторы,
1995-1998 йылдарҙа — Башҡорт филармонияһының балет солисы,
1991-1995 йылдарҙа — Өфө сәнғәт институты уҡытыусыһы.

Марс Сәфиуллин ил һәм донъя халыҡтары бейеүҙәрен, «Бүләк», «Гөлнәзирә», «Дуҫлыҡ», «Зарифа», «Һунарсы» бейеүҙәрендә яңғыҙ бейеүҙәрҙе һәм партияларҙы башҡарыуы менән билдәле. Төрлө йылдарҙа республиканың үҙешмәкәр бейеү коллективтарына етәкселек иткән. Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә «Шаяндар» бейеүен һала. СССР һәм донъяның 22 иле буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Наградалары ла бар - БР халыҡтарының мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереү өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән исем бирелгән.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: ИА "Башинформ"



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға