«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 23 миллион һумлыҡ 12 сәғәтен урлағандар



17.09.2019 23 миллион һумлыҡ 12 сәғәтен урлағандар

«Краснодар» клубында сығыш яһаған Бразилия футболсыһы Ариҙың фатирынан 23 миллион һумлыҡ 12 сәғәтен урлағандар.
Урындағы полиция хеҙмәткәрҙәре бурҙың эҙенә төшөп, яртыһын ҡайтарып алғандар. Ҡалғанын ул һатып өлгөргән тиелә.
Ари Рәсәй чемпионатында 2010 йылдан алып сығыш яһай. Һөжүмсе башта «Спартак», һуңынан «Краснодар»ға күсә. «Локомотив» клубында ла арендала йөрөп, Рәсәй чемпионы исемен яулай. 2018 йылда Рәсәй гражданлығын алып, төп командала ла дебют яһай.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға