«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Зенит» Чемпиондар лигаһы уйындарын башлай



17.09.2019 «Зенит» Чемпиондар лигаһы уйындарын башлай

Бөгөн «Зенит» футболсылары Чемпиондар лигаһының беренсе төркөм уйынын уҙғара.
Улар Францияла урындағы «Лион» клубы менән осрашасаҡ. «Лион» тигәндән, ул әлегә үҙ чемпионатында өс осрашыу рәттән еңеү бәхетен кисергәне юҡ. Ә инде Питер уйынсылары киреһенсә, өс уйын рәттән еңеп, лидерҙар рәтендә килә.
«Лион»дан тыш, Рәсәй командаһы төркөм бәйгеһендә «Бенфика» (Португалия) һәм «Лейпциг» (Германия) футболсылары менән көс һынашасаҡ.
Шул уҡ турнирҙа ҡатнашҡан «Локомотив» иртәгә үҙ төрөкөмөндә Германияла «Байер» менән уйнай.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға