«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Айгиздең тағы бер таланты барлығын белдек!



17.09.2019 Айгиздең тағы бер таланты барлығын белдек!

Айгизгә күҙ тейгәндер ул...


Билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов бөгөн тыуған яҡтарына алыҫ сәфәрҙән ҡайтып төшәсәк. Ул Ҡаҙағстанда үткән Әсә байрамында һәм Алма-Ата ҡалаһы көндәрендә ҡатнашырға саҡырылды. Шулай уҡ яҙыусы уҡыусылар менән осрашты.
Айгиздең сәфәре саҡ өҙөлмәй ҡалды: сәфәр алдынан ғына ул тауышын юғалтты. Үҙе һыуыҡ тейҙереү сәбәпле тип аңлатһа ла, ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар уға күҙ тейгәндер, тип юрай. Сөнки популяр әҫәрҙәр авторы күптән түгел үҙенең моңло тауышлы йырсы икәнен дә иҫбатланы. "Бәйләнештә" селтәрендәге уның йырлы видеояҙмалар көндән көн популярлыҡ яулай.
Бәхеткә күрә, Айгиз һауыҡҡан, үҙен яҡшы тоя. Тимәк, киләсәктә уның йырҙары радио һәм телевидение эфирҙарында ла яңғырауы бик мөмкин.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға