«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Араҡы һатыуға яңы сикләүҙәр индерелеүе ихтимал



17.09.2019 Араҡы һатыуға яңы сикләүҙәр индерелеүе ихтимал

РФ Дәүләт Думаһы депутаттарының торлаҡ йорттарҙа урынлашҡан, залының майҙаны 20 кв.метрға тиклем булған бар һәм кафеларҙа иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон проектын ил хөкүмәте хупларға йыйына.

Парламентарийҙарҙың инициативаһы ил буйынса башлыса һыра һатыусы 10 меңдән ашыу нөктәнең ябылыуына килтерәсәк.Иҫерткес һатыусылар иһә, сауҙа итеү майҙандарын киңәйтеү бизнесыбыҙҙың килемлелеген кәметеү менән янай, тип хәүефләнә.

Чиновниктар эшҡыуарҙарҙы, закон проектын еренә еткереп эшләһәк, берәү ҙә отолмаҫ, тип тынысландыра.
Ҡанун сығарыусылар кешеләрҙең йәшәгән ерендә тынлыҡҡа һәм ялға хоҡуғын яҡлау маҡсатын ҡуя.

Сөнки илебеҙ халҡы үҙҙәре йәшәгән йорттарҙа, уларҙың ихаталарында, балалар майҙансыҡтары эргәһендә күпләп кафе-барҙар асылыуына ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерә.Ошо ризаһыҙлығын ялыу итеп яҙып, төрлө инстанцияға ебәрә.Шуға ла депутаттар уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалырға булған.

Хөкүмәттә, закон проектына ярашлы, кафе-барҙарҙа килеүселәрҙе хеҙмәтләндереү залдарының майҙанын сикләүҙең намыҫлы эшҡыуарҙарҙың бәкәленә һуғасағын, эшҡыуарлыҡ әүҙемлегенең түбәнәйеүенә килтерәсәген таныйҙар.

Иртәгә парламенттың Иҡтисади сәйәсәт, сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитетында закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡарала





Автор: Әлфиә ХЫЗЫРОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға