«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ир-аттар һынатмай



17.09.2019 Ир-аттар һынатмай

Волейбол буйынса ир-ат командалары араһында барған Европа чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы дүртенсе уйын рәттән еңеү яуланы.
Был юлы улар Финляндия волейболсыларын 3:0 (25:17, 26:24, 25:22) иҫәбенә отто. Һуңғы төркөм осрашыуында улар беренселек хужаһы – Словения командаһы менән уйнаясаҡ.
Шулай уҡ беҙҙең ҡатын-ҡыҙ командаһы ла әлеге ваҡытта Японияла старт алған донъя кубогы турнирында ҡатнаша. Улар өс осрашыу уҙғарып, береһендә еңелде. Башта Камерун волейболсыларын 3:0, японкаларҙы 3:2 иҫәбенә отоп, һуңынан Ҡытай командаһына 0:3 иҫәбенә еңелде.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға