«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йорт подвалында 20 йыл мәйет ятҡан!



16.09.2019 Йорт подвалында 20 йыл мәйет ятҡан!

Салауат ҡалаһында тағы ла иҫ киткес хәл!

Биш ҡатлы йорт подвалында кеше һөлдәһе табылған. Уға шул йортта йәшәгәүсе осраҡлы рәүештә генә юлыҡҡан. Тикшереү эшен башлаған хоҡуҡ һаҡлау органдары хәбәр итеүенсә, был 18-20 йыл элек үлгән кеше мәйете. Әлегә үлем сәбәбе һәм теүәл ваҡыты аныҡ билдәләнмәгән. Тикшереү тамамланғандан һуң енәйәт эше асыласаҡ.

Зыян күреүсенең шәхесен хәбәрһеҙ юғалыусылар араһынан билдәләү мөмкинлеге бар.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға