«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Путин Сүрия буйынса саммитҡа Анкараға килде



17.09.2019 Путин Сүрия буйынса саммитҡа Анкараға килде

Илебеҙ лидеры унда Сүриәләге хәлде яйға һалыу өсөн Рәсәй, Иран һәм Төркиә араһындағы өс яҡлы саммит эшендә ҡатнаша.

Кремлдән алдан хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт башлыҡтары Илдибтағы һәм САР-ҙың төньяҡ-көнсығышындағы ваҡиғаларға үҙ баһаһын бирәсәк.

Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков, осрашыуҙа Saudi Aramco предприятиеларына атакалар темаһы ла ҡуҙғылытасаҡ тип әйтә бирҙе.

Анкаралағы был һөйләшеүҙәр Астана процессы гаранттары илдәре башлыҡтарының бишенсе осрашыуы буласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: РИА Новости


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға