«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Туйында, сисенә-сисенә бейегән...



16.09.2019 Туйында, сисенә-сисенә бейегән...

Күрәһеләребеҙ бар икән, тип, башығыҙҙы тотмағыҙ, йәмәғәт.Бәхеткә күрә, беҙҙең республика ҡыҙҙары араһында улай "әҙәм ыстырамы"на ҡалыусылар юҡ һәм булмаҫ та ,тип ышанайыҡ.

Кем шулай үҙ ғүмерендә бер генә тапҡыр була торған тантанала хаяһыҙ ҡыланғанмы?Шул көнө-төнө телевизор экрандарынан төшмәүсе, сәхнә "йондоҙҙары"һәм башҡа "алтын йәштәр"гә ҡараған ҡатлам менән бергә йөрөүсе "теле- йондоҙ" Ксения Собчак инде.

Төньяҡ баш ҡаланың элекке башлығының ҡыҙы илебеҙҙә билдәле Виторгандарҙың улына кейәүгә сығып , ул тапҡандан һуң ,бер аҙ баҫылғандай булғайны.Тик күп тә үтмәне, икеһе лә интеллигенттар ғаиләһенән булған парҙың никахы тарҡалды.Билдәле ханым айырылғандан һуң оҙаҡ яңғыҙ йөрөмәне--яңыраҡ режиссер Константин Богомолов менән ҙурҙан ҡубып туй үткәргән.Үҙҙәре даирәһендә әйләнеүсе ҡунаҡтар саҡырылған тантанала кәләш кейәүенә ҙур сюрприз яһаған-- сәхнәлә яйлап сисенә-сисенә эротик бейеү башҡарған.Тик ҡайны-ҡәйнәһе килендәренең "бүләген" аңлап бөтмәгәнме, бер нисә ҡатлы торт килтереүҙәрен дә көтөп тормайынса, йәһәтләп ҡайтып киткән.

Әйтеүҙәренсә, улдары ата-әсәһенең фатихаһын алмаған.

Ә бит халыҡты эпатаж ҡылығы менән шаҡ ҡатырып торған ошо ҡатын илебеҙ башлығы вазифаһына ла дәғүә иткәйне.Әгәр ҡулына власть эләкһә, ирҙән иргә йөрөгән, үҙ туйында корсет менән ойоҡта ғына сәхнәлә аяҡтарын күтәреп өйрөлгән ҡатын ниндәй ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирер ине икән?..





Автор: Әлфиә ХЫЗЫРОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға