«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Луиза Хәйруллина тураһында клип төшөргәндәр



16.09.2019 Луиза Хәйруллина тураһында клип төшөргәндәр

“Хитобои” тип аталған Татарстан төркөмө “Ҡас, Луиза, ҡас” тигән хит яҙған. Клип Ҡазан ҡалаһында төшөрөлгән, тиҙҙән экрандарға сығасаҡ.


25 миллион һум аҡса урлаған Луиза Хәйруллинаның даны барлыҡ илгә таралды. Төп героиняны Яр Саллын актрисаһы Эльмира Хәмитова уйнай.

“Был ҡатын ҡомарлы уйындар менән ҡыҙыҡһынған ирҙең ҡорбаны. Аҡса бөгөн бар, иртәгә – юҡ. Урланған аҡса ни бары бер муҡса ҡағыҙ Иң мөһиме, туғандарыңа, ғаиләңә, балаларыңа һәм дуҫтарыңа файҙа килтереү һәм бәхетле булыу, - тип фекер йөрөтә актриса.

Ә Луиза һаман да аҡсаның ҡайҙалығы хаҡында бер ни ҙә өндәшмәй. Ҡараҡҡа 10 йыл самаһы төрмә янай.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға