«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәскәүҙә – Башҡортостан байрамы



16.09.2019 Мәскәүҙә – Башҡортостан байрамы

Илдең баш ҡалаһында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған ҙур байрам үтәсәк.


Ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, бизнесҡа, туризмға арналған түңәрәк өҫтәлдәр һәм стратегик сессиялар ойошторола.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле 18 сентябрҙә П.И. Чайковский исемендәге концерт залында сығыш яһай.

«Красная Пресня» мәҙәниәт һәм ял паркында «Башҡортостан – Евразия йөрәге» фотокүргәҙмәһе асыла. Башҡортостандың Рәмил Килмәмәтов, Рәмил Нафиҡов, Эдуард Дилмөхәмәтов эштәренән 30 фоторәсемдәр стенды ҡуйыласаҡ.

Байрам барышында Өфөлә вуз-ара студенттар кампусын төҙөү мәсьәләһе буйынса Внешэкономбанк вәкилдәре менән эшлекле осрашыуҙар күҙаллана.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Зарядье» үҙәгендә Башҡортостанда ойоштороу күҙалланған ике ҙур сара – Бөтә донъя фольклориадаһы-2020 һәм Апимондия-2021 менән таныштырыу була.

Теләгәндәр туҡыусылыҡ, тамбурлы сигеү, кейеҙ келәм, милли биҙәүестәр әҙерләү, өзләү, хореография, милли уйын ҡоралдарында уйнау, милли уҡтан атыу һәм фольклор буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.

19 сентябрҙә В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй халыҡ ижады йортонда«Бөтә донъя фольклориадаһы: стартҡа тиклем бер йыл» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторола.
Байрам 20 сентябрҙә «Зарядье» паркының ҙур амфитеатрында тамамлана. Ошо уҡ көндө Мәскәүҙә Башҡорт мәҙәни үҙәген асыу тантанаһы була. Күп функциялы майҙансыҡ башҡорт милли мәҙәниәтен һаҡлауға һәм уны үҫтереүгә булышлыҡ итер тип күҙаллана.

Тантаналарҙа Дилара Иҙрисова, Роберт Юлдашев, БР Милли музыка ҡоралдары оркестры, «Арғымаҡ», «Дәрүишхан» төркөмдәре, «Зәйнетдин» проекты кеүек сәнғәт оҫталары сығыш яһаясаҡ.

"Башинформ"сайтынан ҡыҫҡартып алынды.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға