«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров: ниһайәт республикала яҡшы ихаталар барлыҡҡа килде



16.09.2019 Радий Хәбиров: ниһайәт республикала яҡшы ихаталар барлыҡҡа килде

Бөгөн БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров "Башҡорт ихаталары" төҙөкләндереү программаһы үтәлешенә баһа бирҙе һәм ниһайәт республикала яҡшы ихаталар барлыҡҡа килде тип белдерҙе.

"Салауатта, Өфөлә һәм Күгәрсен районында ихаталарҙың торошо яҡшырҙы, - тине ул. - Бының турала кешеләргә һөйләргә кәрәк, улар ҡыҙыҡһына. 2024 йылдың аҙағына тиклем беҙ ремонт талап ителгән бар ихаталарға ла килергә тейешбеҙ".

Кәңәшмәлә вице-премьер вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев белдереүенә, 1 ноябргә тиклем "Башҡорт ихаталары" республика программаһына ингән ихаталарҙы төҙөкләндереүҙе тамамлау планға ингән. Әле 55 ихатаны ҡабул иткәндә теге йәки был етешһеҙлек табылған. 336 объекттар эштәр алып барыла. Бөрө, Благовар, Ишембай, Ҡалтасы, Мәләүез райондарында һәм Нефтекамала 13 объектта эш әлегә башланмаған. Быйыл программаға эләккән биш ихатаны төҙөкләндереү өсөн аҡса быға тиклем үткәрелгән конкурстарҙан сығымдарҙы экономлауҙан килеп сыҡҡан.

Дөйөм алғанда, республикала 1 ноябргә 404 ихата 300 мең кеше йәшәгән 895 күп ҡатлы йорттоң 404 ихатаһы төҙөкләндереләсәк.

Борис Беләев әйтеүенсә, программа үтәлеше барышында килеп сыҡҡан иҫкәрмәләрҙе бөтөрөү өсөн республика ЖКХ министрлығы 29 муниципалитетҡа өҫтәмә рәүештә 108 млн һум аҡса бүлгән.

Әлегә төп проблема - спорт һәм балалар майҙансыҡтары ҡоролмалары, төҙөкләндереү элементтарының һуңлап килтерелеүе. Әле быны 106 ихата көтә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға