«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бик шәп концертҡа ике билет уйнатабыҙ!



16.09.2019 Бик шәп концертҡа ике билет уйнатабыҙ!

22 сентябрҙә, киске сәғәт 7-лә баш ҡаланың "Башҡортостан" дәүләт концерт залында БР атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин үҙенең йырлы-моңло тамашаһын үткәрә. Йырсы концертын ижадының 15 йыллығына бағышлаясаҡ.

Тамашаға ике кешегә билет отҡоғоҙ киләме?
Бының өсөн:

1) "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөбөҙгә инеп, нығытылған яҙманы дуҫтарға һөйләргә - репост эшләргә;
2) Йәшлек гәзитенең "Йәшлек" гәзите - газета "Йэшлек" төркөмөнә ҡушылырға кәрәк.

Был аҙнаның йомаһында, 20 сентябрендә махсус ҡушымта аша осраҡлы һайлау юлы менән репост яһаған кешеләр араһынан бер еңеүсе билдәләнәсәк. Аҙаҡтан кем отҡаны күренгән видео ҡуйыласаҡ.

Еңеүсегә бик елле приз: Рөстәм Ғиззәтуллиндың "Тыуған көндә шәп йырҙар"исемле концертына ике кешегә билет тапшырыласаҡ.

Хәйерле сәғәттә!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға