«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кукуруз баҫыуындағы мөғжизә



16.09.2019 Кукуруз баҫыуындағы мөғжизә

Кукуруз баҫыуындағы мөғжизәХанты-Манси автономлы округындағы Сургут ҡалаһында Рәсәй геройҙары Дамир Йосопов һәм Георгий Мурзиндың һүрәттәре менән граффити барлыҡҡа килде.

Ул кукуруз баҫыуында ашығыс төшөп ултырыуҙы яһаған А321 лайнеры пилоттарына бағышланған. Дамир Йосопов һәм Георгий Мурзиндың һүрәттәре Сургут ҡалаһының Тыныслыҡ урамындағы туғыҙ ҡатлы йорт фасадын биҙәй. Гигант муралдың (биналағы һүрәттең) авторҙары - Һамар ҡалаһы рәссамдары Семен Маверский, Оксана Гладкова һәм Никита Авсиевич. Улар дүрт көн эсендә осоусыларҙың һындарын, кукуруз баштарын, самолет һәм күк йөҙөн һынландырған. Бынан тыш, һүрәттә "Идем правее на солнце, вдоль рядов кукурузы" тигән фраза бар: уны бортпроводник Дмитрий Ивлицкий лайнер ултырғандан һуң пассажирҙарға әйткән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 августа Мәскәүҙән Симферополгә осҡан "Уральские авиалинии" авиакомпанияһының Airbus A321 лайнеры Мәскәү янындағы кукуруз баҫыуына ашығыс рәүештә ултырырға мәжбүр булды. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, моторҙарға ҡоштар эләккән.

Экипаждың ҡыйыу эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә был хәлдә бер кем дә һәләк булмаған. Пилоттарға һәм бортпроводниктарға юғары наградалар һәм званиелар бирелде.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға