«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кеше ҡотора...



15.09.2019 Кеше ҡотора...

Кеше ҡотора, тип, юҡҡа яҙылманы: өлгәре көн Салауат ҡалаһында 17 йәшлек ҡыҙ тыңламағаны өсөн үҙенең 7 йәшлек һеңлеһен һыуға тығып үлтерһә, бөгөн төндә Бүздәк районында 35 йәшлек ҡатын менән уның оло йәштәге әсәһе үлтерелгән.

Фажиғә мәлендә өйҙә 8 айлыҡ бәпес тә булған, енәйәтсе уға теймәгән.


Һәләк булған ҡатындарҙың яҡын туғандары булмау сәбәпле, баланы ваҡытлыса приютҡа алып барғандар.

Полиция хеҙмәткәрҙәре өй янында балта, араҡы һәм колбаса тапҡан.


Ауылдаштарының әйтеүенсә, яңыраҡ 35 йәшлек ҡатынға элекке ире килгән булған. Әлеге ваҡытта уның был енәйәткә ҡағылышы бармы-юҡмы икәне асыҡлана.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға