«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алжирҙа борсаҡ яуған тәк яуған!



15.09.2019 Алжирҙа борсаҡ яуған тәк яуған!


Испанияға ауҙарылған ҡеүәтле штормдың бер өлөшө Алжирҙың төньяғына тиклем барып еткән.


Тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығындағы борсаҡ яуып, өйҙәргә, машиналарға ҙур зыян килтергән.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ошо көндәрҙә Испанияның көньяҡ-көнсығышы һыуға батҡайны. Ташҡын алты кешенең ғүмерен өҙгән. Валенсия, Мурсия һәм Андалусиянан дүрт меңдән ашыу кеше эвакуацияланған. Унда тиҫтәләрсә юлдар юҡҡа сыҡҡан, тимер юлы бәйләнеше өҙөлгән.







Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға