«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Nirvana, Beatles һәм Виктор Цойҙың йырҙары Рәсәй мәктәп нормативына инде



15.09.2019 Nirvana, Beatles һәм Виктор Цойҙың йырҙары Рәсәй мәктәп нормативына инде

Nirvana, Beatles һәм Виктор Цойҙың йырҙары Рәсәй мәктәп нормативына индеДокументта шулай уҡ Андрей Тарковский кинокартиналары һәм "Дисней" йәнһүрәттәре лә бар.

1 сентябрҙән илдең мәктәптәрендә "Уҡыусының мәҙәниәт нормативы" программаһы ғәмәлгә инде. Ул ирек буйынса үтәлә һәм балаларҙың мәҙәни мираҫ менән танышыу өсөн музей, күргәҙмә, филармония, театрҙарға барыуҙы, төрлө сараларға йөрөүҙе, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыуҙы күҙ уңында тота. Аҙаҡтан уҡыусылар уй-кисерештәрен махсус ҡағыҙ йәки электрон көндәлектә яҙасаҡ.

Уҡыусының мәҙәниәт нормативында "Һүрәт төшөрөү сәнғәте", "Музыка", "Әҙәбиәт", "Архитектура", "Кинематограф", "Театр" бүлектәре бар.

"Музыка" бүлегендә Британия төркөмө "The Beatles"тың "All You Need is Love", Виктор Цойҙың "Мы хотим перемен!", Америка рок төркөмө "Nirvana"ның "Smells Like Teen Spirit", швед "ABBA"һының "Dancing Queen", "Pink Floyd"тың "Money" йырҙары бар.

"Кинематограф"та Андрей Тарковскийҙың фильмдары, Стивен Спилбергтың "Инопланетянин" картинаһы, "Король Лев" (1994 йылғы), "101 далматинец" (1961), "Бемби" (1942), "Белоснежка и семь гномов" (1937) йәнһүрәттәре бирелгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға