«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн Стәрлетамаҡта Икмәк фестивале уҙҙы



14.09.2019 Бөгөн Стәрлетамаҡта Икмәк фестивале уҙҙы

Бөгөн Стәрлетамаҡта Икмәк фестивале уҙҙыТәмле һәм сағыу байрам "Салауат" кинотеатры алдында булды. Төрлө милләтле халҡыбыҙҙың икмәк тарихын күрһәткән байрам бындай күләмдә тәүгә ойошторолдо һәм Рәсәй Президентының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү өсөн грантына үткәрелде.

Байрамда төрлө бәлеш, ҡоймаҡтан ауыҙ итергә, һатып алырға мөмкин ине. Икмәк бешереү дәрестәре, күргәҙмәләре, этноихаталар, фото зоналар барыһының да иғтибарында булды. Ҡала һәм райондың, күрше Федоровканың ижади коллективтары - барлығы 900-гә яҡын артист - йыр-моң өләште.

Аҙаҡтан барыһы ла шат кәйеф менән таралышты. Шулай итеп ҡала хакимиәте һәм Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты халыҡ өсөн ҡояшлы, тәмле, шатлыҡлы байрам үткәрә алды.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға