«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәлки 67 йылдан һуң булыр...



13.09.2019 Бәлки 67 йылдан һуң булыр...

Ҡытайҙа барған баскетбол буйынса донъя чемпионатында төп приз өсөн Испания командаһы менән Аргентина баскетболсылары осрашасаҡ.
Испания уйынсылары Австралия командаһын өҫтәмә ваҡытта 95:88 иҫәбенә отһа, Аргентина баскетболсылары иһә Франция командаһын 80:66 иҫәбенә алдырҙы.
Икеһе лә заманында берәр тапҡыр донъя чемпионы була. Аргентина команадаһы 1952 йылда еңеүсе булһа, испандар бынан 13 йыл элек алдынғылыҡты бирмәгәйне.
Финал уйыны 15 сентябрҙә буласаҡ.
Белеүегеҙсә, Рәсәй баскетболсылары әлеге финалсы Аргентина командаһына отолоп, сирекфиналға сыға алмағайны.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға